Ноябрь башында Башҡортостан халҡын, бөтә илдәге кеүек үк, ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә. 4 ноябрь Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеү менән бәйле ял көнө тип иғлан ителде. Быйыл ул йомаға тура килә, шуға күрә республика халҡы өс көн рәттән ял итә ала. 3 октябрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.