+20 °С
Дождь
События и факты
21 Октября 2022, 11:33

Туймазынан спортсыһы Башҡортостандың иң яҡшы футболсыһы тип танылды

Башҡортостандың Спорт журналистары ассоциацияһы абруйлы тренерҙарҙан һәм футбол белгестәренән торған эксперт комиссияһы менән берлектә шәхси номинацияларҙа Башҡортостан кубогына һәм Чемпионатына йомғаҡ яһаны.

Эксперттар фекеренсә, 2022 йылда Башҡортостандың иң яҡшы уйынсыһы тип Туймазының «Спартак-Дубль» клубы футболсыһы - Фидан Хәбибуллин танылды. Быйыл ул БР Кубогына эйә булды, БР чемпионатының көмөш призеры. Шулай уҡ футболсы Рәсәй беренселегенең 2-се Милли футбол лигаһында «Спартак» өсөн сығыш яһаны. Бынан тыш, 30 йәшлек футболсы 2022 йылда «Электрощит» командаһы станында мини-футбол һәм футбол буйынса 8х8 буйынса Башҡортостан чемпионы булды, шулай уҡ «Металлург өсөн Рәсәй беренселегенең өсөнсө дивизионында бер нисә матч уҙғарҙы.

«Спартак-Туймазы» уйынсыһы Пачо Тойегуй 2022 йыл йомғаҡтары буйынса иң яҡшы һөжүм итеүсе тип танылды. Улар Фидан Хәбибуллин, Дмитрий Мысяков һәм Ринат Шакиров менән бергә республиканың символик йыйылма командаһына инде.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас