+14 °С
Ясно
События и факты
20 Октября 2022, 08:22

Туймазынан пилонистар федерация чемпионаты призерҙары булды

Ярыштар Мәскәүҙә уҙҙы.

Мәскәүҙә пилон спорты буйынса федерация чемпионаты һәм беренселеге тамамланды. Ярыштарҙа 430-ҙан ашыу спортсы ҡатнашты. Башҡортостандан Өфөнөң өс клубы һәм Туймазынан «Фитнес 90-60-90» клубы сығыш яһаны.

Туймазы спортсылары өс миҙал алып ҡайтты. 20 йәшлек Ангелина Вәлиева һәм 18 йәшлек Кристина Стройкина беренсе урындар яуланы, 15 йәшлек Радмила Шаяпова өсөнсө булды. Команда иҫәбе буйынса Башҡортостан командаһы өсөнсө урын яуланы.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас