Туймазы ҡалаһы һәм Туймазы районы буйынса суд приставтары бүлексәһе Ләйсән Йәмилеваны (Кондратьеваны) эҙләй.
39 йәшлек ҡатын бер нисә йыл буйына бәлиғ булмаған ике улына алимент түләмәй. Уның бурысы 1 миллион 150 мең һум тәшкил итә.
Рәсәй федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ҡатын ҡасып йөрөй, оҙаҡ ваҡыт бәйләнешкә сыҡмай.
Һуңғы билдәле адрес буйынса уны тапмағандар. Әле Йәмилеваның Ставрополгә күсеп китеүе тураһында мәғлүмәт бар. Уның ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙең 8 (917) 796 48 43, 8 (347) 273-56-40 телефондары буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар.