+19 °С
Дождь
События и факты
19 Октября 2022, 10:30

Туймазыла 130 мобилизацияланған һалдат хеҙмәткә оҙатылды

17 октябрҙә Туймазыла «Спартак» стадионынан хәрби хеҙмәткә өлөшләтә мобилизациялау сиктәрендә саҡырылған 130 резервсыны оҙаттылар.

Оҙатыуға Туймазынан 600-гә яҡын кеше - район етәкселеге, хәрби комиссариат вәкилдәре, дин әһелдәре, туғандары, дуҫтары, коллегалары килде. Улар барыһына ла егттәргә изге теләктәрен еткерҙе һәм өйҙәренә еңеү менән ҡайтырға теләне.

Хеҙмәткә саҡырылғандар араһында төрлө хәрби һөнәргә эйә запастағы рядовойҙар һәм сержанттар бар. Улар заводтарҙа һәм муниципалитет хужалыҡтарында эшләгән. Мобилизацияланғандар иҫәбендә - Серафимовка ауылынан 24 йәшлек Рөстәм Латипов та.

- Мин Түбәнге Новгород янындағы хәрби часта хеҙмәт иттем, механик-моторист булдым, хәрби техниканы хеҙмәтләндерҙем. Хәҙер «СОЗАиТ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә иретеп йәбештереүсе булып эшләйем, - ти Латипов. - Армияла миңә машиналарҙы ремонтларға тура килер тип уйлайым. Әммә алғы һыҙыҡҡа оҙатыуға ла әхлаҡи һәм физик яҡтан әҙермен - армияға тиклем дзюдо менән етди шөғөлләндем.

- Рөстәм менән заводта быйыл июлдә таныштыҡ, - тип һөйләшеүен дауам итте уны оҙатып йөрөүсе ҡатын. - Мин унда технолог булып эшләйем. Беҙ ниҡахыбыҙҙы әле рәсми теркәмәнек. Әммә Рөстәм еңеү менән ҡайтҡас быны мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ.

- Әлеге ваҡытта 150 яҡташыбыҙ хеҙмәт итә, - тип мөрәжәғәт итте йыйылыусыларға Туймазы районы башлығы Айҙар Суфиянов. - Берәүҙәр әле махсус үҙәктәрҙә уҡый, икенселәр хәрби хәрәкәттәр урындарында әҙерләнеү үтә. Барығыҙҙы ла еңеү менән көтәбеҙ. Ярҙам кәрәк булһа, беҙгә әйтегеҙ. Район хакимиәте, йәмәғәт ойошмалары ярҙам күрһәтә һәм быны артабан да дауам итәсәк.

Туймазыла 130 мобилизацияланған һалдат хеҙмәткә оҙатылды
Туймазыла 130 мобилизацияланған һалдат хеҙмәткә оҙатылды
Туймазыла 130 мобилизацияланған һалдат хеҙмәткә оҙатылды
Туймазыла 130 мобилизацияланған һалдат хеҙмәткә оҙатылды
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас