+11 °С
Облачно
События и факты
19 Октября 2022, 12:13

Мобилизацияланғандар айына кәмендә 195 мең һум алырға тейеш - Владимир Путин

Ил Президенты Владимир Путин илдең Именлек советы ултырышында, өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырылғандарҙың аҡсалата тәьминәте айына кәмендә 195 мең һум тәшкил итергә тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Дәүләт башлығы һүҙҙәренсә, бында әҙерлек һәм уҡытыу осоро инә. «Хәрбиҙәребеҙ бөтә кәрәкле нәмә менән йыһазландырылырға тейеш», - тип өҫтәне Владимир Путин.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас