+22 °С
Ясно
События и факты
14 Октября 2022, 10:05

Шаран районында - рекордлы уңыш

Шаран районы игенселәре 28 363 гектарҙа  ашлыҡ һуғып алған. Һуңғы 30 йылда рекордлы - 80,8 мең тонна иген (гектарынан уртаса 28,5 центнер) һуғып алынған. Ошо турала район хакимиәте башлығы Фидан Ишемғолов хәбәр итте.

-       Элиталы һәм суперэлиталы орлоҡтарҙы файҙаланыу, шулай уҡ минераль ашламалар индереү һөҙөмтәһендә юғары уңышҡа өлгәшелде. Бындай юғары һөҙөмтәгә өлгәшеүгә беҙгә һауа торошо ла ярҙам итте - йәйҙең тәүге яртыһы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары өсөн бик уңайлы булды.

Алдынғылар рәтендә - «Шаранагрогаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Центральная» МТС-ы, ШЭ ГКФХ Капитонов Рим Зиновьевич ШЭ ГКФХ Наумов Анатолий Владимирович.

Бөгөнгө көндә май бирә торған культуралар, көнбағыш һәм шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу бара. Мал ҡышлатыуға йыл ярымлыҡ мал аҙығы запасы әҙерләнгән. 7000 гектар майҙанда ужым культуралары сәселгән. Бөгөнгө һауа шарттары ужым арышының һәм ужым бойҙайының тамыр системаһын нығытырға мөмкинлек бирә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас