Ерекле ауылында Айнур Хәзиев исемендәге яңы аллея барлыҡҡа килде. Айнурҙың ата-әсәһе, туғандары, дуҫтары һәм ауылдаштары менән бергә геройҙың иҫтәлегенә ҡайындар ултырттылар.
Ағастар ултыртҡандан һуң ауыл халҡы Ерекле ауылында тыуып үҫкән район Советы депутаты, шәхси эшҡыуар Ғәлимов Динар Мәғдинур улы әҙерләгән «Һалдат бутҡаһы»нан ауыҙ иттеләр.
- Геройҙарыбыҙҙың батырлығы тураһында иҫтәлекте беҙ һәр саҡ онотмаҫбыҙ, ҡәҙерләп һаҡларбыҙ һәм киләсәк быуындарға тапшырырбыҙ! – тип билдәләне Шаран районы хакимиәте башлығы Фидан Ишемғолов.