+16 °С
Облачно
События и факты
13 Октября 2022, 09:30

Баҡалы үҙәк район дауаханаһында - яңы баш табип

Зәбир Сәрим улы Ғиздәтуллин - медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы.

Зәбир Сәлим улы 1966 йылдың 13 апрелендә Башҡорт АССР-ының Шаран районы Ерекле ауылында тыуған. Ерекле урта мәктәбен тамамлаған. 1989 йылда Башҡорт медицина институтын тамамлай, һуңынан Республика балалар клиник дауаханаһында педиатрия буйынса бер йыллыҡ интернатура үтә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Шаран үҙәк район дауаханаһында табип-педиатр һәм табип-анестезиолог-реаниматолог булып башлай. 1997 йылдан - Шаран үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары. 2001 йылдан - Шаран үҙәк район дауаханаһының баш табибы. 2005 йылда Яңауыл үҙәк район дауаханаһының баш табибы вазифаһына күсерелә. 2012 йылдың июненән - Туймазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты, 8 ғилми мәҡәлә, практик табиптар өсөн методик әсбап авторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы.

 

 

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас