+19 °С
Ясно
События и факты
12 Октября 2022, 06:41

Туймазы районы халҡы бер төн эсендә мобилизацияланғандар өсөн 200 мең һумдан ашыу аҡса йыйған

Туймазы районының Төмәнәк ауыл советы халҡына өлөшләтә мобилизациялау тураһында указға ҡул ҡуйылғандан һуң 11 кешенең хәрби юлға оҙатырға кәрәк булды.

- Төмәнәк халҡы шунда уҡ яҡташтарына аҡса күсерә башланы, - тип һөйләй клуб мөдире, бер үк ваҡытта акция ҡаҙнасыһы Раушания Зарипова. - Пенсионерҙар 300-400-шәр һум, урындағы шәхси эшҡыуарҙар 5-10-шар мең һум. Төн эсендә 200 мең һумдан ашыу аҡса йыйылды.

- Аҡса йыйыуға Райман ауылы халҡы ла ҡушылды, - ти Төмәнәк ауыл советы башлығы Фәрит Шаһиев. - Беҙ һәр көрәшсегә йыйылған муссанан 10-шар мең һум аҡса бирҙек. Хәҙер иғәнәләр өсөн банк иҫәбендә 134 мең һум ҡалды. Был иҫәп махсус операция тамамланғансы тулыландырыласаҡ.

Төмәнәктәрҙең башланғысын урындағы «РиаПласт» предприятиеһы етәкселеге хупланы. Мобилизацияланғандар ихтыяжына 55 мең һум аҡса, йылы әйберҙәр, аҙыҡ-түлек тапшырылды.

Ошо көндәрҙә тағы ла һигеҙ хәрби хеҙмәткәрҙең хәрби әҙерлек пункттарына оҙатылыуы хаҡында билдәле булды. Улар өсөн «РиаПласт» рюкзактар, термотейем, ойоҡбаштар, йоҡо тоҡтары, газ горелкалары һәм башҡа кәрәк-яраҡ һатып алған.

- Беҙҙең ике мобилизацияланған хеҙмәткәрҙең ғаиләләре ярҙамға мохтаж, - тине «РиаПласт» директоры урынбаҫары Марат Шәйҙуллин. - Беҙ уларға матди яҡтан ярҙам итәсәкбеҙ.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас