Күргәҙмә Сауд Ғәрәбстанының баш ҡалаһы Эр-Риядта үтте. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың портреты авторға диплом алырға ярҙам итте.
- Генерал-майор Шайморатовтың портретын төшөрөү идеяһы ярты йыл элек тыуҙы, - тип һөйләй Гордей. - Портрет эшләүгә бер аҙна ваҡыт кәрәк булды. Төҫлө пастель менән төшөрөлгән, ул бер төҫтән икенсеһенә йомшаҡ күсеү мөмкинлеге бирә. Бындай техникала эшләнгән портрет ғәҙәти булмағанитеп күренә. Мәҫәлән, Миңлеғәли Шайморатовтың етди, ҡыйыу ҡарашына ирешеү өсөн мин 18 төҫ файҙаландым.
Рәсәй Геройы портреты менән Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбенең һигеҙенсе класс уҡыусыһы ла Мәскәүҙә үткән «Рәсәй портреты» халыҡ-ара заманса сәнғәт күргәҙмә-конкурсында ҡатнашты һәм дипломант булды.
Башҡортостан Республикаһы көнө алдынан Гордей Тиглев легендар комдивтың портретын Туймазы ҡалаһының Шайморатов исемендәге музей булған 1-се гимназияһына бүләк итте.