+19 °С
Облачно
События и факты
4 Октября 2022, 04:40

Туймазы студенттары «Айыҡ йәшә!» акцияһын үткәрҙе

Бөтә донъя айыҡлыҡ көнө сиктәрендә Туймазы медицина колледжы студенттары «Айыҡ йәшә!» мәғлүмәт акцияһын үткәрҙе.

Ул индустриаль колледжда үтте. Ирекмәндәр - буласаҡ медиктар тиҫтерҙәренә алкоголизмдың зыяны тураһында һөйләне, ошо темаға видеоролик күрһәтте, викторина үткәрҙе, тематик буклеттар таратты.

Сарала 120-гә яҡын кеше ҡатнашты.

Артабан ирекмәндәр райондың башҡа колледждарына юлланасаҡ.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас