

Кисә көндөҙ Туймазыла Дауахана урамында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 33 йәшлек FAW машинаһы руле артындағы ҡатын ҡаршы килгән машиналар юлына сыҡҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, ул Chevrolet Niva машинаһы менән бәрелешкән һәм йәйә китеп барған ҡатынды бәрҙергән.
48 йәшлек йәйәүле ҡатын һәм FAW водителе дауаханаға оҙатылған. Chevrolet Niva машинаһында водителенән тыш, 8 йәшлек бала ла булған. Ул зыян күрмәгән.