+14 °С
Облачно
События и факты
3 Октября 2022, 06:22

Туймазыла мәктәптәрҙә видеоһаҡлау системаһын ойоштороу күҙаллана

Проект «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡаралды.

Проект «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡаралды.

Туймазыла сираттағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» үтте.

Район хакимиәтенә ике проект тәҡдим ителде. Уларҙың авторҙары кәрәкле документтар әҙерләүҙә кәңәш һораған, шулай уҡ идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙамға мохтаж.

Тәүге инициатор -  «Центр-Город» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығыш яһаны. Предприятие ҡала һәм район мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында видеоһаҡлау системаһын ойоштороу менән шөғөлләнергә ниәтләй. Уларҙың фекеренсә, был балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк.

Икенсе проект Тамсы Шәкүрованыҡы. Ул тегеү цехын асырға теләй. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» хакимиәттә аҙна һайын үткәрелә. Эшҡыуарҙарға ярҙам ил президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас