Шәмбе районда, тотош республикалағы кеүек үк, «Йәшел Башҡортостан» акцияһы уҙғарыла. Был көндә ҡала һәм ауыл аллеяларында, скверҙарҙа 350 ағас ултыртыу күҙаллана. Ул шыршы, миләш, йүкә, ҡарағай, ҡарағас була.
Яңы ултыртылған ағастар Туймазыла, Дуҫлыҡ, Илсембәт, Татар-Олҡан, Кәкребаш, Серафимовка, Ҡарамалы-Ғөбәй, Соҡаҙыбаш, Түбәнге Троицк, Ҡаратов, Төмәнәк, Бишҡурай ауылдарында барлыҡҡа киләсәк.
Акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Тулыраҡ мәғлүмәтте 5-02-55 телефоны буйынса алырға мөмкин.
+6