Күргәҙмәгә килеүселәрҙең иғтибарына һуғылған балаҫтар, таҫтамалдар, Башҡортостан, Татарстан, Пермь крайы буйлап экспедициялар барышында музей хеҙмәткәрҙәре йыйған келәмдәр тәҡдим ителде.
Күргәҙмәгә килеүселәр Рәсәй халыҡтарының туҡыусылыҡ үҫеше тарихы, төрлө туҡыу инструменттары менән таныша һәм теге йәки был биҙәктәрҙең нимә аңлатҡанын белә ала.