- Айрат Фәнит улы менән Әнүзә Хәлил ҡыҙы улдарын ысын герой, ватансы һәм үҙ Ватанын һаҡлаусы итеп тәрбиәләп үҫтергән. Күңел әрнеүен еңеләйтә алған һүҙҙәр юҡ, әммә Айнур тураһында яҡты иҫтәлекте һаҡлап ҡалырға ярҙам итерлек байтаҡ эштәр бар. Уның иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн Ерекле ауылының мемориаль комплексында мемориаль таҡтаташ ҡуйыласаҡ, шулай уҡ ауылда уның исемендәге аллея барлыҡҡа киләсәк, Айнур Хәзиев исемендәге волейбол буйынса спорт ярыштары үткәрәсәкбеҙ. Айнурҙың батырлығы беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Геройға мәңгелек дан! – тине Шаран районы хакимиәте башлығы Фидан Ишемғолов сара барышында.