Йәш уҡытыусылар 40-ар мең һум аҡса аласаҡ. Был исемлектә Туймазы уҡытыусылары ла бар.
Гранттарҙы Туймазы ҡалаһының 7-се мәктәбенән рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Юлиә Әхмәтйәнова һәм Анастасия Зиманова, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Лиана Әхмәтова һәм Туймазы ҡалаһының 6-сы мәктәбенән башланғыс кластар уҡытыусыһы Алһыу Сәлимова аласаҡ.
Әйткәндәй, Анастасия Зиманова быйыл «Йәш йыл уҡытыусыһы» республика конкурсында «Педагогик өмөт» номинацияһында еңеүсе булды.