Ғүмерҙә иң шатлыҡлы ваҡиға - бала тыуыу. Бындай бәхет Мусиндар ғаиләһендә булды. Баҡалы ауылынан Юнир Мөнир улы менән Раушания Рөстәм ҡыҙы Мусиндарҙың өсөнсө ҡыҙы тыуған. Уға үҙенсәлекле исем ҡушҡандар - Айдана.
Күп балалы ғаиләлә ике ҡыҙ - Каролина менән Йәсминә үҫә, улар һеңлеһенең тыуыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алған.
Баҡалы районының ЗАГС бүлеге начальнигы Надежда Андреева Мусиндар ғаиләһен матур ваҡиға айҡанлы ҡотлап, сабый тыуыу тураһындағы документ һәм символик бүләк тапшырҙы.