+19 °С
Облачно
События и факты
15 Августа 2022, 05:14

Башҡортостанда 2023 йыл тренер йылы тип иғлан ителәсәк

Башҡортостанда киләһе йыл тренер йылы була. Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Республика етәксеһе кисә ҡунаҡта олимпия чемпионы, баскетболсы Иван Едешконы, шулай уҡ спорт мастерҙарын һәм спорт мастерлығына кандидаттар әҙерләгән үҙенең тренеры Александр Григорьевты ҡабул итте.

Радий Хәбиров спортсылар менән бергә киләһе йылды - Башҡортостанда тренер йылын үткәреү тураһында әңгәмәләште.

«Сөнки тап тренерҙар беҙҙән, егеттәрҙән һәм ҡыҙҙарҙан, Рәсәй Федерацияһының ысын граждандарынан тәрбиәләй», - тип асыҡлыҡ индерҙе Хәбиров.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас