Фельдшер-акушерлыҡ пункты «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын, «Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү» төбәк программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлгән.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты Йәрмөхәмәт, Ҡаран Йылға, Түбәнге Ҡаран Йылға ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Был ауылдарҙа 496 кеше йәшәй.
Йәрмөхәмәт фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире - 30 йылдан ашыуыраҡ стажлы тәжрибәле белгес, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы Нәғимова Эльвира Фәрүәз ҡыҙы.