+21 °С
Облачно
События и факты
11 Августа 2022, 07:37

Элвин Грей: «Мин китәм»

Элвин Грей үҙенең милли эстраданан китеүе һәм Мәскәүгә күсеүе тураһында белдерҙе.

Башҡарыусы социаль селтәрҙә яҙыуынса, оҙаҡ ваҡыт ошо хаҡта әйтергә ҡыйманы.

Элвин Грей һүҙҙәренсә, тиҙҙән сығасаҡ татар һәм башҡорт телдәрендәге йырҙар 2022 йылда һуңғыһы буласаҡ.

-       Мин ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләнем. Аңлауығыҙға ышанам. Иң мөһиме - балалар минең ижади репертуарым аша туған тел менән ҡыҙыҡһына башланы. Артабан барырға ваҡыт, - тип аңлатты йырсы.

Ул тормош иптәше менән ялдан һуң Мәскәүгә күсеп китәсәк.

-      Рус телендә күп материал тупланған. Ә Ҡазан менән Өфө араһындағы проектты алға эттереү ҡатмарлы. Шуға күрә күсеү тураһында үҙем өсөн шундай ҡатмарлы ҡарар ҡабул иттем дә инде. Оҙаҡламай федераль каналдарҙа мине ишетерһегеҙ һәм күрерһегеҙ тип ышанам. Беләм, ошондай ҡарарым кемгәлер оҡшамаҫ. Ләкин кемдер, киреһенсә, бик шат буласаҡ, - тип һөйләне Радик.

Шулай уҡ йырсы ижад юлында уға ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас