+29 °С
Облачно
События и факты
11 Августа 2022, 10:35

Башҡортостанда трассала автобус янған

Бөгөн Бүздәк районындағы М-5 трассаһында автобус янған. Был хаҡта Башҡортостандың ЮХХДИ-нан хәбәр иттеләр.

Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре килгән. «КАВЗ» автобусының Өфөнән Октябрьскийға китеп барыуы асыҡланды, салонда 22 пассажир булған, береһе лә зыян күрмәгән.

Янғын һүндереүселәр йәмәғәт транспортын һүндергән, пассажирҙарҙы өҫтәмә автобуста тәғәйенләнгән пунктҡа ебәргәндәр.

Әлеге ваҡытта фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас