Бала ашығыс рәүештә донъяға килгән. Табиптар операция эшләгән, сөнки бала табыусы ҡатындың плацентаһы ваҡытынан алда айырыла башлаған. Ханымдың хәле киҫкенләшә. Сабый тыуғас, Нефтекама табиптары баш ҡала белгестәре менән кәңәшләшеп, сабыйҙы Өфөгә эвакуацияларға ҡарар итә.
Санитар авиация вертолеты ҡырҡ минутта ошо юлды үтә. Хәҙер бала республика балалар дауаханаһында ята, уның ғүмеренә бер ни янамай. Уның Нефтекамала ҡалған әсәһенең хәле тотороҡло.