+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
5 Август 2022, 09:41

Туймазынан бер ҡатын Өфөлә ҡыҙын сәнсеп үлтергән һәм тәҙрәнән һикергән

Кисә Өфөлә һәләк булған ҡатындың һәм үҫмерҙең кәүҙәләре табылған.

Аҙаҡтан асыҡланыуынса, улар Туймазыла йәшәгән. Өфөгә улар дауаланыу өсөн килгәндәр.Ҡыҙ сирле булған.

Тәүҙә бейек йорттоң тәҙрәһенән һикергән ҡатындың кәүҙәһе  табылған. Һуңынан бәлиғ булмағандың ҡыҙҙың кәүҙәһен тәүлекләп ҡуртымға алған фатирҙа тапҡандар.

Бер версия буйынса, ҡатын тәүҙә ҡыҙын бысаҡ менән сәнскән, һуңынан үҙе тәҙрәнән ырғығын. Был аҙымдың сәбәбе билдәһеҙ.

Ғәҙәттән тыш хәл урынына республиканың тәфтиш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Игорь Пашнин, тәфтишселәр, полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй.

Тикшереү идаралыҡ етәкселеге контролендә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: