+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
5 Август 2022, 09:55

Туймазыла ҡала үҙәгендәге фонтанда һаҡлау өсөн ҡаплама ҡуйыла

Туймазы ҡалаһының Октябрь майҙанында фонтан быйыл июль айында һынау режимында эшләй башланы.

Фонтан шунда уҡ туймазыларҙы һәм ҡала ҡунаҡтарын йәлеп итеү урынына әүерелде.

Әммә ҡайһы бер ҡала халҡы фонтанды һыу инеү урыны тип иҫәпләй. Эҫе көндәрҙә фонтанда бик күп балалар ғына түгел, уларҙың ата-әсәләре лә һыу инде.

Шул уҡ ваҡытта фонтан һыу процедуралары өсөн яраҡһыҙ. Унан да бигерәк, был хәүефле, сөнки электр ярҙамында йәрәхәтләнеү йәки зарарһыҙландырылмаған һыуҙа инфекция эләктереү мөмкинлеге бар.

Шуға күрә урындағы властар фонтанға рәшәткәләр ҡуйырға ҡарар итте. Һыуҙы махсус рәшәткә менән ҡаплайҙар. Тәүҙәрәк, фонтанды проектлағанда, ошондай яҡлау варианты ҡаралғайны. Һуңғараҡ унан баш тарталар. Әммә, кешеләр күмәкләп һыу ингәндән һуң, ошо идеяға кире ҡайтырға ҡарар ителгән.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: