+20 °С
Облачно
События и факты
4 Августа 2022, 05:08

Туймазы районында үҙенсәлекле балалар өсөн тактиль майҙансыҡ булдырыла

Тактиль майҙансығы аҡылы буйынса зәғиф балалар өсөн Серафимовка балалар йорт-интернаты биләмәһендә урынлашҡан. Ул өс элементтан торасаҡ: тактиль юлдан, сенсор клумбаларынан һәм тактиль стеналарҙан.

Бындай майҙансыҡта балалар коррекциялау-реабилитация технологияһы аша ҡулланылған тактиль терапия менән шөғөлләнәсәк. Терапевтик һөҙөмтәгә яланғас аяҡ һәм ҡул менән төрлө текстураларға һәм формаларға ҡағылыу иҫәбенә өлгәшелә.

«Уҡыу йортона аҡыл һәм физик үҫешендә тайпылыштар булған инвалид балалар килә, улар өсөн йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн бөтә шарттар булдырыу мотлаҡ. Тактиль майҙансығы балаларға моториканы үҫтерергә, психоэмоциональ яҡтан ярҙамға килә һәм тирә-яҡ донъяны танып белергә ярҙам итер тип ышанабыҙ», - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, «Ломая барьеры» үҙәге директоры, тактиль майҙансығын булдырыу инициаторы һәм төп ойоштороусыһы Алина Хәбирова. Учреждениеның балалар майҙансығында диңгеҙ ҡырсынташы, таш һәм ябай тығындар менән  ҡапланған 35 метрлыҡ тактиль юл һалынған.

Үҙ сиратында, ҡышҡыһын "Вино һәм кешеләр" телеграмм-клубында ҡатнашыусылар тактиль стена булдырыуҙа ҡулланылған бик күп шарап тығындарын йыйҙы. Әлеге ваҡытта тактиль стеналар һәм сенсорлы клумбалар монтажлана.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас