+20 °С
Облачно
События и факты
4 Августа 2022, 10:12

Туризм буйынса федераль агентлыҡ туриндустрияла эшләргә бушлай өйрәтәсәк

Туризм буйынса федераль агентлыҡ Рәсәй Хөкүмәте ҡушыуы буйынса туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы өлкәһендә мәшғүл персонал һәм эшҡыуарҙар өсөн белем биреү курстарын әҙерләне.https://edu-tourizm.getcourse.ru/main

11 йүнәлеш буйынса онлайн уҡырға мөмкин. Ул яңы ғына эшҡыуарлыҡ һуҡмағына баҫҡан ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәренә һәм бизнесмендарға ҡағыла. Атап әйткәндә, нисек глэмпинг, отель асыуҙы өйрәнергә, туристик маршрут әҙерләргә йәки сит ил ҡунаҡтарын ҡабул итергә белем бирәсәктәр.  Курстарға https://edu-tourizm.getcourse.ru/main платформаһы аша яҙылып була.

Мәғариф курстары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән ойошторолған «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проектының бурыстарын үтәүгә булышлыҡ итә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас