Эшҡыуарҙың экзотик бәшмәктәрҙе культивациялау буйынса фермаһы һәм лабораторияһы бар. Бәшмәктәрҙе культивациялау менән Төхвәтуллин ике йылдан ашыу шөғөлләнә.
Эшҡыуар үҙенең сеймалы нигеҙендә «Бәшмәксе лавкаһы» бренды аҫтында биологик яҡтан әүҙем өҫтәмәләр етештерергә ниәтләй. Туймазы районы хакимиәтенә Төхвәтуллин консультация һәм финанс ярҙамы һорап мөрәжәғәт итте.
«Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре» үткәреү Владимир Путиндың май указы менән ҡул ҡуйылған «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам» милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.