+19 °С
Дождь
События и факты
27 Июля 2022, 10:05

Туймазыла янған сиркәү башлығы ғәҙәттән тыш хәл тураһында һөйләне

Кисә кис Туймазы районының Воздвиженка ауылында йәшен һуҡҡандан һуң сиркәү янды.

- Әлеге көндә лә иҫемә килә алмайым, - тип һөйләне Сергей атаҡай. - Кисә ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, иконаларҙы ҡотҡарған мәхәллә кешеләре бөгөн илайҙар. Күптәр йоҡоһоҙ төн үткәрҙе. Йәшен һуҡҡанда көслө тауыш ишетелде, ауылда уны ишеттеләр. Янғынды беренселәрҙән булып эргәнән машинала үтеп барған ир күреп ҡала, ул янғын һүндереүселәрҙе саҡыра һәм пожар янына әйләнеп ҡайта. Шуға тиклем бинаны һаҡлап ҡалырға тырыштыҡ. Ишектәрҙе асып ебәрҙек, иконаларҙың бер өлөшөн ҡотҡарып булды. Сиркәү ихатаһындағы һыу менән халыҡ янғын һүндереүселәр килгәнгә тиклем ялҡынды һүндерергә тырышты. Беҙҙе ҙур эштәр, шул иҫәптән бура ҡалдығын һүтеү көтә. Техника һәм эшсе ҡулдар кәрәк. Халыҡ ярҙамынан тыш булмай. Ағас бина 1884-1889 йылдарҙа сауҙагәр Стахеев ярҙамында һалынған. Быйыл ҡорамға 133 йыл тулды.

1930 йылда сиркәү ябылған, ә 16 йыл үткәс, кире асыла. Совет власы йылдарында был Өфө епархияһының көнбайыш өлөшөндәге берҙән-бер ғәмәлдәге ғибәҙәтхана була. Яңыраҡ ҡына бинала ремонт эштәре тамамланды. Воздвиженкаға Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән киләләр ине. Күптәр был хәбәрҙе үҙҙәренең фажиғәһе итеп ҡабул итте.

«Ныҡ йәл! Иманға илткән тәүге хәтирәләрем», «Ҡыҙғаныс». «Йөрәккә ҡан яуа! Был сиркәүгә беҙҙең биш быуын йөрөнө», - тип һөйләй кешеләр.

Нина Ларенцева сиркәүҙән ике аҙымда ғына йәшәй. Был көндө йәшен уның йортона ла тейгән - гаражда ҡуйылған электр счетчигы янған.

- Ун йыл мин сиркәүҙә хеҙмәт иттем. Көн һайын бында килә торғайным. Тәҙрәнән уға һоҡланып ҡарай инем, ә бөгөн уның урынында - көл. Йән әрней, бер ни ҙә эшләй алмайым. Янғында ҡотҡарылған әйберҙәр аш-һыу бинаһында. Хәҙер уларҙы яңынан ҡарап сығырға, доға ҡылыу өсөн ваҡытлыса урын әҙерләргә кәрәк.

Беренсе өмә 30 июлдә иртәнге сәғәт 9-ҙа була. Уға теләгән һәр кем ҡушыла ала.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас