+20 °С
Облачно
События и факты
27 Июля 2022, 07:08

Туймазы санитар-эпидемиологик станцияһында табип-бактериолог ярты быуатҡа яҡын микробтарҙы тикшерә

Рәкиә Фәттәхова Туймазы санитар-эпидемиологик станцияһына 1972 йылда килгән.

Көн дауамында ҡулың менән нимә генә ҡағылмайһың. Телефон, ишек тотҡалары, лифт, магазинда ашамлыҡтар, аҡса, бит, бутерброд... Бөтә был предметтарҙың тышында күҙгә күренмәгән тормош - бактериялар бар. Улар туҡлана, хәрәкәт итә, үрсей һәм кеше организмына еңел үтеп инә, ҡайһы берҙә ауырыуҙар һәм хатта үлем тыуҙыра. Ләкин ҡурҡмағыҙ - микробтарҙы асыҡлап, зарарһыҙландырып була.

Рәҡиә Ғилми ҡыҙы Туймазы санитар-эпидемиологик станцияһына 1972 йылда Өфө дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң килә. Санитария буйынса йәш белгесте бактериолог курсына ебәрәләр, һәм бер йылдан ул баклаборатория мөдире була. Бөгөн был алдынғы технологиялар һәм ҡорамалдар ҡулланған заманса учреждение. Ә элекке ағас бәләкәй генә бинала Рәҡиә Ғилми ҡыҙы менән дүрт лаборант туймазыларҙың тормошон ағыулаусы төрлө бактерияларҙы асыҡлаған.

Ул ваҡытта дизентерия - киң таралған сир булған.

- Беҙҙең бөгөнгө кеүек техник мөмкинлектәребеҙ булманы, барыһын да тиерлек ҡул менән эшләнек. Беҙ үҙебеҙ туҡландырыу мөхиттәрен әҙерләнек, уларҙың өлөштәрен үлсәнек, пробиркаларҙы йыуҙыҡ һәм стерилләнек, - тип хәтерләй бактериолог. - 80-се йылдарҙа икенсе һөжүм - менингококлы инфекция таралды. 90-сы йылдарҙа, ата-әсәләр прививкаларҙан күпләп баш тарта башлағас, беҙҙә дифтерия тыуҙырыусы Леффлер бациллаһы тарала башланы. Бөгөн районда хәүефле бактерияларға бәйле хәл тотороҡло булып ҡала. Ғәҙәттә, балалар баҡсаларында, кафе һәм ресторандарҙа, дауаханаларҙа иҫкәртеү үткәрәбеҙ.

Профилактик тикшереүҙәргә баклабораторияға һыу, теплицаларҙан тупраҡ, балалар баҡсаларындағы ҡом, аҙыҡ-түлек һәм хатта маникюр салондарынан инструменттар килтерелә.

Ракиә Ғилми ҡыҙы фекеренсә, үҙеңде бактерияларҙан һаҡлауҙың иң ябай ысулы - ҡулдарҙы йышыраҡ һабынлап йыуыу. Ул үҙе лә ҡулдарын күп тапҡыр йыуа, балдаҡ, беләҙектәр таҡмай.

- Мин бит күптәрҙән айырмалы рәүештә күренмәгәнде күрәм, - ти ул.

Яңыраҡ Рәкиә Ғилми ҡыҙына 74 йәш тулды. Ул 47 йылдан ашыу лабораторияла эшләгән. Был ваҡыт эсендә табип 9 бактериолог һәм биолог, 10 фельдшер-лаборант остазы булған. 12 йыл элек ул хаҡлы ялға сыҡты, әммә оҙаҡ ҡына яратҡан эшеһеҙ ултыра алманы һәм ҡабаттан баклабораторияға ҡайтты. Биш йыл элек тағы ялға китә. Әммә быйыл йәй санитария-эпидемиология станцияһы етәкселеге Рәкиә Ғилми ҡыҙын яңы хеҙмәткәрҙәргә уҡытыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Табип, әлбиттә, ризалашты һәм хәҙер йәнә йәш белгестәрҙең күҙгә күренмәгән дошманға ҡаршы көрәшергә өйрәтә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас