Кисә Баҡалы районының Ахман ауылында боҙ-борсаҡ яуыуы кешеләрҙең йәшелсә баҡсаларына зыян килтерҙе, тип яҙҙы “Баҡалы таңдары” гәзите.
- Боҙ-борсаҡ һәм көслө ямғыр көндөҙгө сәғәт 4-тән һуң башланды. Дауыл ярты сәғәткә яҡын дауам итте, - тип һөйләй ауыл халҡы.
Ошо ваҡыт эсендә йәшелсә, сәскә һәм ағастар, бер һүҙ менән әйткәндә, баҡсаларҙа һәм йәшелсә баҡсаларында ҙур ауырлыҡ менән үҫтерелгән бөтә нәмәләргә лә зыян килтерелде.
Ҡайһы берәүҙәренең теплицалары зыян күрҙе.