Уҡыу йортон 75 йәш белгес тамамланы. Улар барыһы ла дипломдар алды. Бер нисә йыл эсендә егеттәр һәм ҡыҙҙар – 16-һы – ашнаҡсы-кондитер, 21-е – ауыл хужалығы производствоһы мастеры, 13-ө – дөйөм төҙөлөш эштәре мастеры, 25-е ауыл хужалығы производствоһы тракторсы-машинисы белгеслектәре буйынса белем алды. Артур Сазыкин, ауыл хужалығы производствоһы тракторсы-машинисы, ҡыҙыл дип-ломға лайыҡ булды.
Кемдер тракторсы һөнәрен һайлап үҙ юлын тапҡан, кемгәлер туҡланыу өлкәһендә хеҙмәт күрһәтеү оҡшаған. Уҡыу йортон тамамлаусыларҙың бер өлөшө ауыл хужалығы производство-һы мастерына кәрәкле күнекмәләргэ эйә булды.
Сығарылыш кисәһенә ата-әсәләр һәм хөрмәтле ҡунаҡтар – район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы идараһы начальнигы В.Ташев, "Йәмәғәт туҡланыуы" ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе
О. Мищенко саҡырылғайны. Улар йәш белгестәргә йылы теләктәрен еткерҙе, ҡуйылған маҡсаттарына ирешеүҙә-рен, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмауҙарын һәм район, республика именлеге өсөн намыҫлы хеҙмәт ҡуйыуҙарын теләне.
Ата-әсәләр колледжға яҡшы белем биреүе һәм балаларҙы һөҙөмтәле уҡытыу өсөн тыуҙырылған шарттар өсөн рәхмәт белдерҙе, остаздарына рәхмәттәрен еткерҙе.
Колледж филиалы мөдире ва-зифаһын башҡарыусы В.Железков билдәләп үткәнсә, уҡыу йортон тамамлаусыларҙың күбеһен эшкә көтәләр инде, улар иртәгәнән эшкә сыға ала. Студенттарҙың бер өлөшө уҡыуҙарын артабан дауам итергә теләй, берәүҙәр армияға китергә ҡарар иткән, ә икенселәре тормошта үҙ урынын эҙләй. "Һәр хәлдә, барыһы ла эшкә урынлашыр, күңеленә хуш килгән эш урынын табыр, тип уйлайым", – тип билдәләне ул.
Владимир Сергеевич колледжды тамамлаусыларҙың ата-әсәләренә балаларына дөрөҫ тәрбиә биреүҙәре өсөн Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Аграр-технологик колледж уны тамамлаусыларға универсаль һөнәр алыу мөмкинлеге биреүе шикһеҙ, был һөнәрҙәргә бөгөн хеҙмәт баҙарында айырыуса ихтыяж ҙур.