+17 °С
Ясно
События и факты
25 Июля 2022, 07:29

Туймазыла Көнсығыштан студенттар «Бабай утары» этнографик комплексында ял итте

Туймазыла Иран, Ираҡ, Һиндостандан 21 студент производство практикаһы үтә. Улар Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала.

Практика ваҡытында сит ил кешеләрен Туймазы медицина колледжының дөйөм ятағына урынлаштырҙылар. Урта махсус уҡыу йорто уҡытыусылары һәм студенттары улар өсөн ҡыҙыҡлы ял ойошторҙо.

Шулай уҡ ҡунаҡтарға колледждың инглиз теле уҡытыусылары беркетелгән.

- Улар ҡала паркында булып өлгөрҙө. Ә шәмбе көндө уларҙы «Бабай утары» этнографик комплексына алып барҙыҡ, - тип хәбәр итте тәрбиә эше буйынса сектор мөдире Гүзәл Ғайсина. - Уларға музей һәм беҙҙең милли ашамлыҡтар бик оҡшаны.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас