Йәш һәм ҡыйыу егетте бөтә ауыл халҡы ҡаршы алды.
Тантаналы сарала райондың бөтә ветерандары һәм йәш эҙәрмәндәре ҡатнашты. Аҡбатыров Николай Александрович 2 йыл контракт буйынса хеҙмәт итте. Махсус операцияла - тәүге көндәрҙән.
Хәрби хеҙмәткәрҙең туғандары һәм яҡындары һаҡсыһыны тәбрикләне. Шатлыҡ йәштәрен берәү ҙә тыя алманы. Николай тыуған ауылына иҫән-һау әйләнеп ҡайтты.
Хеҙмәт-хәрби бурысын үтәгәндә Николай Александрович юғары әҙерлек кимәлен һәм хәрби оҫталыҡ күрһәтте, профессиональ эш итте, ысын батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтте.
Баҡалы районы, бөтә Башҡортостан Республикаһы һәм илебеҙ һинең менән ғорурлана, сержант!