Улар - Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алыусы Көнсығыш илдәре халҡы. Практиканттар араһында - Һиндостан, Иран, Ираҡ йәштәре.
Туймазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин һүҙҙәренсә, сит ил студенттарының килеүе полилингваль белем биреү мөхитен үҫтереүгә, хеҙмәткәрҙәрҙең тел компетенцияһын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк.
Студенттар район һәм ҡаланың медицина учреждениеларына бүленде. Улар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән эшкә тотондо.