+22 °С
Ясно
События и факты
19 Июля 2022, 07:55

Шаран районында «Еләкле төбәк» фестивале уҙасаҡ

Шаран районында 15 эшҡыуар һәм 200-ҙән ашыу шәхси ярҙамсы хужалыҡ еләк үҫтереү менән шөғөлләнә, еләктең 36 сорты үҫтерелә. Бөгөнгө көнгә 5 тоннанан ашыу уңыш йыйып алынған.

- Шулай итеп, беҙҙең район Башҡортостан Республикаһында иң күп ер еләге үҫтҫрҫүселәр исеменә дәғүә итә. Быны нығытыу өсөн 23 июлдә «Еләкле төбәк» республика гастрономик фестивален уҙғарасаҡбыҙ. Һеҙҙе концерт программаһы, конкурстар, фотозона, ер еләге һәм башҡа еләктәр йәрминкәһе көтә. Барыһын да көтәбеҙ! – тип яҙҙы Шаран районы башлығы Фидан Ишемғолов социаль селтәре битендә.+6

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас