+12 °С
Облачно
События и факты
27 Июня 2022, 05:23

Ленинград өлкәһендәге һабантуйҙа Туймазы районы делегацияһы башҡорт халҡының үҙенсәлеген күрһәтте

25 июндә, ике йыллыҡ тәнәфестән һуң, Санкт-Петербург ҡалаһында сәсеү тамамланыуға арналған яратҡан байрам - һабантуй үтте.

Халыҡ байрамын Ленинград өлкәһенең Всеволожский районында Энколово ауылында ойошторҙолар. Күңел асыу йолаһы төрлө йәштәге һәм һөнәрле, милләтле һәм динле кешеләрҙе берләштерҙе. Башҡортостан делегацияһын РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова етәкләне:

- Санкт-Петербург эргәһендә Энколов ауылы эргәһендәге бына тигән ялан бар, бында 60 йылдан ашыу Һабантуй уҙғарыла. Татарстан Республикаһының Дәүләт Советы рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин менән бергә башҡорттарҙы, татарҙарҙы, төньяҡ баш ҡалала һәм Ленинград өлкәһендә йәшәүселәрҙе халыҡ байрамы менән ҡотланыҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән сәләмләү адресын тапшырҙым, ҡала һәм өлкә етәкселегенә башҡорт мәҙәниәтен һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙем, шулай уҡ иң әүҙем ватандаштарыбыҙҙы бүләкләнем. Байрам бик матур үтте, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Эльвира Ринат ҡыҙы.

Республикабыҙҙың үҙенсәлеген Туймазы, Ҡыйғы райондарында һәм Милли йәштәр театры, «Мираҫ» ансамбле коллективтары күрһәтте.

Башҡорт этноихатаһында туймазылар үҙҙәренең тирмәһен ҡуйҙы, башҡорт милли уйындары буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе - таяҡ тартыш, бүрәнәне этеү, суҡмар ырғытыу һ.б.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас