Сәғәт 9-ҙа байрам йәрминкәһе башлана.
10-да - тирмәләр конкурсы, милли көрәш, «Самауыр байрамы».
11-ҙә ҙур сәхнәлә ауыл хужалығы алдынғыларын театрлаштырылған ҡотлау һәм бүләкләү башлана.
Сәғәт 12-нән 2-гә тиклем спорт ярыштары уҙғарыла.
Ә 1-се яртыла «Бәйге» милли уйындары башлана.
Һабантуйҙы ябыу тантанаһы көндөҙгө сәғәт 3-кә билдәләнгән.
12 июндә Туймазыла шулай уҡ үҙәк паркта Рәсәй көнө уҙғарыла. Байрам хөрмәтенә иртәнге сәғәт 11-ҙә «Йырлайым һиңә, минең Рәсәй!» байрам концерты башлана, унда Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ла ҡатнаша.