

Өфөлә «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсының йомғаҡлау этабы бара, унда республиканың 54 тораҡ пункты ҡатнаша. Бөгөн муниципалитет башлығы Айҙар Суфиянов етәкселегендәге Туймазы районы делегацияһы үҙ проекты менән таныштырҙы. Туймазы ҡалаһы исеменән конкурста Кандракүл ауылы сығыш яһай. Ул «Оло тораҡ пункттар» категорияһында еңеүгә дәғүә итә. Конкурсҡа йомғаҡ июндә яһала. Үҙҙәренең номинацияларында 12 ауыл еңеүсе һәм призер буласаҡ. Уларҙың барыһына ла премия тапшырыласаҡ. Аҡса уларҙы төҙөкләндереү өсөн йүнәлтелә.
Конкурсҡа йомғаҡ июндә яһала. Үҙҙәренең номинацияларында 12 ауыл еңеүсе һәм призер буласаҡ. Уларҙың барыһына ла премия тапшырыласаҡ. Аҡса уларҙы төҙөкләндереү өсөн йүнәлтелә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сара ике этапта уҙғарыла. Беренсеһе, муниципаль, үткән йылдың сентябрендә старт алды. Унда республиканың мең ярымдан ашыу ауылы ҡатнашты.