+31 °С
Облачно
События и факты
16 Мая 2022, 15:55

Туймазы районы Нөгөш йылғаһында кеше батып үлгән

Билдәһеҙ кешенең мәйете бөгөн иртәнсәк табылған.

Дүшәмбе иртәнге сәғәт 9.30 берҙәм диспетчер дежур хеҙмәтенә хәбәр килә - Ҡандра ауылы эргәһендәге Нөгөш йылғаһында батҡан кешенең кәүҙәһе табылған.
Ҡотҡарыусылар йылғанан ир кешенең кәүҙәһен тартып сығара.
Хәҙер Башҡортостан буйынса тикшереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре һәләк булғандың шәхесен асыҡлай. Ул ҡасан, ниндәй шарттарҙа батҡанын асыҡлайҙар.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас