+11 °С
Облачно
События и факты
23 Апреля 2022, 07:06

Туймазыла балалар китабы фестивале үтте

Балалар китабы фестивалендә бер нисә ҡала, Серафимовка һәм Ҡандра мәктәптәре уҡыусылары, 2-се коррекция мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.

Ауыл-ара үҙәк китапхана директоры Әлфиә Шәйҙуллина уҡыусыларға ил китапханаларында Халыҡ-ара балалар китабы көнөн үткәреү йолаһы, уның мөһимлеге һәм кәрәклеге хаҡында һөйләне. Һәм иң әүҙем балаларға фестивалдә ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт хаттары тапшырҙы. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзин Әпсәләмов Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаттарын балалар музыка мәктәбе директоры Илдар Сәлиховҡа, Собханғол ауылының балалар сәнғәт мәктәбе директоры Айҙар Хәсәншинға тапшырҙы. Әлфиә Шәйҙуллинаға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан Туймазы китапханалары фондын тулыландырасаҡ тыуған яҡты өйрәнеү китаптары тапшырылды.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас