+19 °С
Облачно
События и факты
23 Апреля 2022, 06:55

Туймазы ҡалаһы башлығы Башҡортостандың иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәре тип танылды

Йыл һайын үткәрелеүсе «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсы йомғаҡтары буйынса «Иң яҡшы ҡала округы һәм ҡала биләмәһе хеҙмәткәре» номинацияһында Туймазы ҡалаһы хакимиәте башлығы Эдуард Рәхмәтуллин еңеүсе тип танылды.

Дөйөм алғанда, конкурс ун номинацияға бүленгән, уларҙа муниципаль идара итеүҙең һөҙөмтәлелеге, иҡтисади үҫеш кимәле, милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡ, демократия үҫеше, урындағы киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәлелеге баһалана.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас