Бөгөн, 23 апрелдә, онлайн һәм офлайн форматта «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант - 2022» акцияһы бара. Диктантты башланғыс кимәлдә белгәндәр менән бергә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та яҙҙы.
- Акция халыҡ-ара кимәлдә уҙғарыла һәм йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны арта - ул ҡаҙаныш, тип билдәләне төбәк етәксеһе.
«Башҡорт телен һаҡлау һәм өйрәтеү беҙҙең өсөн мөһим бурыс. Тап шуның өсөн үҙем дә диктант яҙырға килдем, Хөкүмәт ағзалары, министрҙар килде. Сөнки беҙҙең өсөн был уртаҡ маҡсат, бер эш», - тине республика Башлығы.