+11 °С
Ясно
События и факты
23 Апреля 2022, 05:08

"Ашҡаҙар" гәзите Кубогына көрәш буйынса асыҡ ҡала турниры үтте

Сара быйыл икенсегә ойошторолдо.Келәмгә республиканың төрлө ҡала-райондарынан килгән ун команда вәкиле сыҡты. Барлығы һикһәндән ашыу спорсты көс һынашты!

Ярыш булғас, еңеүсеһе була. Төрлө номинацияларҙа иң-иңдәрҙе билдәләгәндән һәм бүләктәр тапшырғандан һуң командалар араһында ла еңеүселәрҙе билдәләргә ваҡыт етте. Был йәһәттән Стәрлетамаҡ командаһының биле ныҡ булып сыҡты һәм улар, йолаларыбыҙға ярашлы, төп көрәш бүләге - һарыҡ менән бүләкләнде!

Ошо тиклем ҙур проектты башҡарып сығыуҙа ярҙам күрһәткән һәм ҡыуанысыбыҙҙы уртаҡлашырға килгән дуҫтарыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткереп ҡалабыҙ.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас