+17 °С
Ясно
События и факты
13 Апреля 2022, 11:56

«Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә Туймазы районының Ҡандракүл ауылында Берҙәм ғаилә консультациялары көнө уҙасаҡ

14 апрелдә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә Туймазы районының Ҡандракүл ауылында Берҙәм ғаилә консультациялары көнө уҙасаҡ.

Белгестәр ауыл халҡының һорауҙарға яуаптар табырға ярҙам итәсәк:

Нисек баланы опекаға алырға?

Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙамды нисек юлларға?

Халыҡ мәшғүллеге үҙәге ниндәй вакансиялар тәҡдим итә?

Яңы һөнәрҙәргә нисек уҡып сығырға?

Иҫерткес эсемлектәр ҡулланған һәм (йәки) наркотиктар ҡулланған яҡынына нисек ярҙам итергә?

Юристар, психологтар, опека һәм мәғариф бүлектәре вәкилдәре, «Ғаилә» үҙәге, халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте белгестәре квалификациялы ярҙам тәҡдим итәсәк.

Саралар:

- 10:00 сәғ. - Ҡандракүл мәктәбе алдындағы иртәнге зарядка.


- 10:00 сәғ. алып 11:00 сәғ. тиклем ауыл мәктәбендә - нарколог консультацияһы; -

 11:00 сәғ. алып 12:00 сәғ. тиклем - психолог менән осрашыу.

 - 10:00 сәғ. алып 12:00 сәғ. тиклем Ауыл мәҙәниәт йортонда - «Ғаилә» үҙәге, халыҡ мәшғүллеге үҙәге, юрист, опека һәм попечителлек бүлеге, мәғариф идаралығы, «Исток» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге белгестәре консультациялары.

Көндөҙгө сәғәт 12:00 башҡорт ырыуҙары ташы алдындағы майҙансыҡта экологик акция уҙғарыла.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас