+11 °С
Ясно
События и факты
6 Марта 2022, 06:00

Оло юбилей

Арыҫлан ауылында йәшәүсе Асия Әғзәмованың яҙмышы тиҫтерҙәренекенән бер нимә менән дә айырылмай – бала сағы ас һәм яланғас йылдарға тура килә, ә йәшлек йылдары Тыуған ил өсөн хеҙмәт менән үтә. Шулай ҙа уның тормошо үҙенсәлекле тип әйтергә мөмкин. Әйтерһең, ныҡлығын тикшереү өсөн, яҙмыш уны ауыр һынауҙар аша үткәрә. Әммә бар михнәттәрҙе сабыр үткән Асия Ғәззетдин ҡыҙы был көндәрҙә матур юбилейын – 95 йәшен билдәләне.  

Ветеран изге уй-ниәте һәм яҡты эштәре менән дан тота – ул үҙе уҡытҡан күп кенә балалар йөрәгендә лайыҡлы урынды биләй. Шул уҡ ваҡытта аҡыллы кәңәшсе һәм тоғро дуҫ та. Үҙ ауылының тарихында сағыу эҙ ҡалдырған, ул тарихты яҡшы белгән һәм киләһе быуынға еткергән шәхес.

95 йыл элек ауылдың ихтирамлы Әғзәмовтар ғаиләһендә тыуа Асия. Уларҙың ата-әсәһе егәрле, түҙемле һәм тормошҡа алдынғы ҡарашлы булыуы менән айырылып торған. Ул ваҡытта балаһына яҡшы белем бирергә тырышыусылар аҙ була, ә Әғзәмовтар белем биреүҙе балаларын тәрбиәләүҙең төп маҡсаты итеп ҡуя.

– Һуғыш һәм һуғыштан һуңғы осор бер кемде лә йәлләмәне, ләкин мин, аллаһы тәғәләгә рәхмәтлемен, сөнки минең балалыҡ хыялым тормошҡа ашты – мин уҡытыусы булдым! – тип һөйләй Асия апай.

Миңкамал апаһы уға бөтә яҡлап та ярҙам итә. Асия БДУ-ның география факультетының ситтән тороп уҡыу бүлеге студенты булып китә. Уҡырға ла, эшләргә лә өлгөрә. Яҙмыш уны ныҡлыҡҡа бер тапҡыр ғына һынамай. 1956 йылда автомобиль аварияһына эләгә, аяҡтарына зыян килә. Табиптарҙың тырышлығы һәм ныҡышмалы хеҙмәте арҡаһында иҫән ҡала һәм яңынан йөрөп китә. Был ваҡытта бигерәк тә рух көсө, сабырлыҡ кәрәк булғандыр. Һәм ошо ваҡыттарҙа Миңкамал апаһы уның төп терәге һәм ярҙамсыһы була. Юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлап, диплом ала.

Ваҡыт бик тиҙ үтә. Оҙаҡ йылдар география, математика уҡытып, тыуған мәктәбендә завуч эшен алып бара Асия Ғәззетдин ҡыҙы. Бер нисә тапҡыр Почёт грамоталары менән бүләклән-гән, "Хеҙмәт ветераны", миҙалына, “РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы" исеменә лайыҡ булған. А.Әғзәмова үҙ эшен лайыҡлы башҡарҙы. Коллектив ағзаларының фекерен иҫәпкә алып, йәш педагогтарға ярҙам итеп, һәр саҡ тәжрибә уртаҡлашып эшләне. Күп уҡыусыларының яратҡан уҡытыусы-һы һәм тәрбиәсеһе булған Асия Ғәззетдин ҡыҙының ғүмере бушҡа үтмәгән.

Асия апай үҙенең яратҡан апаһы Миңкамалдың үлемен ауыр кисерә. Тормош юлында ҡатмарлы ваҡыттар күп булды. Асия апай ул юлды һынмайынса ғорур үтә. Бөгөн ветеран Ҡөрьән уҡып, журнал һәм гәзит буйынса яңылыҡтарҙы күҙәтеп бара.

– Һуғыш һәм һуғыштан һуңғы осорҙоң аслыҡ-яланғаслығын кисер-ҙем. Был хаҡта хәҙер иҫкә алыуы ла ҡурҡыныс. Шул тиклем көс беҙҙә ҡайҙан булған икән? Моғайын да яҡты киләсәккә ышаныс беҙгә шул ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам иткәндер, – ти юбиляр.

Беҙ, ауылдаштары һәм уҡыусыла-ры, хөрмәтле Асия Ғәззетдин ҡыҙын юбилейы менән ҡотлайбыҙ, именлек һәм тыныс тормош теләйбеҙ.

Маргарита Рузиева,

Урзайбаш мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас