Ошо арала Туймазы районына Донецк һәм Луганск республикаларынан кешеләр киләсәк. Уларҙың күпме булыуы һәм йәш составы әлегә билдәһеҙ. 195 кеше өсөн урындар әҙерләнгән. «Башҡортостан» ҡунаҡханаһында һәм «Изумруд» шифахана-профилакторийында урынлаштырыласаҡтар уларҙы.
Туймазыла Мичурин урамы, 23, (телефондар: 7-72 48, 7-99-36) гуманитар ярҙам йыйыу ойошторолған. Балалар һәм өлкәндәр өсөн өҫ һәм аяҡ кейемдәре кәрәк. Шулай уҡ балалар өсөн коляскалар, ходункалар, подгузниктар һәм башҡа гигиена әйберҙәре талап ителә.