+10 °С
Ясно
События и факты
22 Декабря 2021, 12:03

Туймазыла ковид-госпиталь төҙөлөшө яңы этапҡа сыҡты

Өсөнсө аҙна Туймазыла яңы йоғошло сирҙәр дауаханаһы төҙөлә.

Добавить в предпочтительные источники Google

Ер эштәре барышында эшселәр яҡынса 45 мең кубометр ҡара тупраҡ сығарған, нигеҙ һалыу өсөн нигеҙ соҡоро әҙерләгән, эске канализация монтажлаған һәм бетон һалыу башлаған.

- Яңы йылға тиклем бөтә корпустар өсөн нигеҙ һалырға планлаштырабыҙ, - ти эштәр кураторы, «Арс» компанияһының (Өфө) баш инженеры Александр Браилко. - Беренсе административ һәм икенсе лаборатория корпустары өсөн бетон нигеҙе әҙерләп өлгөрөрбөҙ, моғайын. Һәр хәлдә, быны эшләргә тырышырбыҙ. Һуңынан стеналар һәм ҡыйыҡтар эшләү башланасаҡ.

Әлеге ваҡытта объектта 100-гә яҡын белгес һәм 35 берәмек төҙөлөш техникаһы эшләй. Төп монтаж һәм биҙәкләү эштәрен киләһе йылдың 18 февраленә тиклем башҡарыу планлаштырыла.

Туймазыла ковид-госпиталь төҙөлөшө яңы этапҡа сыҡты
Туймазыла ковид-госпиталь төҙөлөшө яңы этапҡа сыҡты
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас