Концерт "Родина" мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә үтәсәк. Башлана - 19 сәғәттә. Тамашасылар өсөн Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе коллективтары сығыш яһай. Улар башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарасаҡ. Сараға теләгән һәр кем килә ала. Ләкин, республика Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, вакцинация тураһында сертификат, йәки 72 сәғәттән дә һуң булмаған ПЦР-тест, йәки ауырыу тураһында белешмә күрһәтергә кәрәк. Бынан тыш, бөтә килеүселәр битлек режимын һәм социаль дистанцияны һаҡларға тейеш. Залға ингәндә термометрия үткәреләсәк.